Самолетта депутат Шәкиров, беренсе класс уҡыусыһы Сабир һәм Рәфҡәт мулла осоп баралар, ти. Бына бер ваҡыт самолеттың ике двигателен дә янғын солғап ала, дөрһөлдәп яна башлай. Ә бортта парашют икәү генә.
Депутат, алға сығып халыҡты барлай ҙа, телмәр тота:
- Мин - депутат! Халыҡ ҡоло! Ишеү ҙә мин иң аҡыллыһы. Мин халҡыма кәрәк! - ти ҙә, парашютты тиҙ генә кейә һалып һикерә.
Мулла, сабыйға ҡарай ҙа:
- Йә, улан. Мин инде тормошто күргән кешемен. Ә һин әле йәшһең, йәшәйһе лә йәшәйһе! Парашютты эләктер ҙә, бар, тиҙерәк һикер! - ти.
- Икәүләп һикерәбеҙ, мулла бабай. Парашют бит икәү! Иң аҡыллы кеше минең портфелде тағып һикерҙе бит!
***
Профессор аудиторияға һорау "ырғыта":
- Кемегеҙ әйтә: Салауат Юлаевтан да батырыраҡ, Зәки Вәлидиҙән дә зирәгерәк, Мөжәүир хәҙрәттән дә ғәҙелерәк, Аҡмулланан да намыҫлыраҡ, Байыҡ сәсәндән дә үткерерәк – ул кем?
Арттағы рәттән, башҡаларҙан олораҡ күренгән бер ир тауышы:
- Минең бисәнең беренсе ирелер ул!!!
***
Бер ир адвокатҡа килгән дә, кәңәш һорай:
- Күршемдең миңә 30000 һум бирәсәге бар. Ҡайтарырға уйламай. Нисектер суд аша булһа ла хәл итеп булырмы икән?..
- Була, тик бының өсөн ҡулығыҙҙа бурысы барлығын иҫбатлаусы яҙма документтың булыуы мөһим. Бармы?
- Уйй... Юҡ шул! Былай ғына тотторғайным ҡулына.
- Улайһа күршеңә ватсаптан "Алып торған 70 мең һумды ҡайтар!" тип хәбәр яҙ.
- 70 түгел дә инде, 30 мең һум...
- Күршең дә һиңә тап шулайтып яуап ҡайтарасаҡ, ә һинең ҡулыңда - иҫбат!
***
Урман буйлап мышы китеп бара икән, ти. Бара торғас бер яланға килеп сыҡҡан. Ә унда терпе геү килеп яланды уратып йүгереп йөрөй, етмәһә "Уууф, рәхәәәт! Үәәәәт рәхәәәәт!" тип көлә икән был. Мышы уны туҡтатҡан да:
- Эй, терпе, ниңә яланды уратып йүгерәһең? - ти.
- Аңлатырға ваҡытым юҡ, әйҙә минең арттан йүгер!" - тигән дә, артабан сапҡан. Уның артынан мышы ла.
Эй ялан уратып йүгерәләр, эй йүгерәләр ти былар, бахыр мышы инде хәлдән тайған.
Хәле бөткәс теге йүгерек терпене туҡтатҡан да:
- Йә, шунан, бында ни ҡыҙығын күрәң, нимәһе рәхәт инде??! - тип һорай, ти.
Терпе аптырап китеп:
- Аһ-аһ, һинең эсеңде үлән ҡытыҡламаймы ни? - тигән була, ти.