-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
14 Декабрь , 15:00

Үәт, ҡыҙыҡ!

Көҙ. Һыуыҡ. Ҡарлы урман буйлап ат китеп бара. Бына ҡаршыһына ас-яланғас бүре килеп сыҡмаһынмы!- Үәәәәт, бәхееет! Туйғансы ит ашар көнөм дә бар икән! - ти, бүре.- Ашыҡмай тор әле, бүре. Башта минең артҡы уң яҡ тояҡтағы яҙыуҙы иғтибар менән уҡы!..Бүре уҡыйым тип эйелгән арала ат бының маңлайына ныҡ ҡына итеп тибеп тә ебәрә. Бер-ике сәғәт иҫһеҙ ятҡандан һуң бүре аңына килеп:- Ахмаҡ! Нәмә тип уның тояғы аҫтына инеп бараммы икән?!!! Уҡый белһәм бер хәл... ***

Үәт, ҡыҙыҡ!
Үәт, ҡыҙыҡ!

Бабай әбейен етәкләп aэрoдрoмға килгән. Бабай уңайлы мәлен ҡарауыллап, летчикты туҡтатып:
— Улым, иҫәнме? Ҡарале, беҙ ҡарсыҡ менән 70 йыл бергә торабыҙ. Берҙе лә самолетта осҡан юҡ... Берҙе булһа ла йөрөтөп килмәҫһеңме беҙҙе?
Лeтчик:
— Ярар, бабай. Бер шарт менән. Әгәр ҡурҡышыңдан ҡысҡырһаң - миңә 12 мең һум түләйһең! Килештекме?
— Килештек! — ти, ҡарт.
Һауаға күтәрелгән былар. Летчик самолетын тегеләй ҙә былай борғослай башламаһынмы! Бер менә, бер төшә, әйләндереп сығара, ҡыҫҡаһы. Тик ҡарт ҡына шып-шым!.. Ялҡҡас, самолетын ултырта был, шунан бабайҙан һорай:
— Саҡ ҡысҡырып ебәрмәгән берәй мәл булдымы, исмаһам, бабай?
— Булды, улым.
— Ҡайһы мәлендә?
— Әбейем төшөп ҡалған мәлдә!.. 

***

Әбей менән бабай төшкө аш ашап ултыралар. Әбей ашағанда ауыҙы шапылдығы сыға, ти. Бабай түҙә алмай тимер ҡалағы менән уның маңлайына берҙе "Шаҡ!" итеп һуғып ебәрә.
Әбей:
– Нимә эшләйһең һин, ә?!
– Ауыҙыңды шапылдатмай ғына аша!
Әбей шапылдауҙан туҡтай. Тик бер аҙҙан бабай тағын әбейҙең маңлайына һуға...
– Нимә булды тағын? Шапылдамайым да инде!..
– Баяғы шапылдағаның иҫемә төшә лә йәнем көйөп китә!

***

Аҡылдан яҙғандар йортонда комиссия тикшереүе бара. Баш табип бүлмәһенә арыуыраҡ өс ауырыуҙы саҡырып алғандар:
- Кем өс көн эсендә өс томлыҡ роман яҙа - шул иреккә сыға, - тигәндәр.
3 көн үткән. Беренсе ауырыу 1 бит кенә яҙған, икенсеһе 12 бит. Өсөнсөһө 3 том тотоп ингән, ти.
Комиссия ағзалары романдың беренсе битен уҡыһа, былай тип башланған ти: «...Әкрәм Валиивищ атҡа менде...”, шунан иң аҙаҡҡы битен асҡандар - “Әкрәм Валиивищ "Тррррр!" тип атын туҡратты ла, әкрееен генә атынан төштө...» тип яҙылған. Туҡта, был нимә тураһында яҙҙы икән тип, урта биттәрен уҡып ҡараһалар, унда бер-бер артлы өс том буйына «тектегедек тегедек тегедек тегедек тегедек..." тип яҙылған ти.

***
Егеттең туйы булырға тора. Атаһына өндәшә:
- Атай, эш күбәйеп китте, күрше ҡалаға барып ҡайтырға кәрәк тиҙ генә, эш буйынса. Бына минең телефоным, ҡыйын булһа ла шундағы дуҫтарға минең исемдән шылтыратып сыҡ әле, туйыма саҡырып. 200 дуҫым бар исемлектә, билдәләнгәндәр, күрерһең. Яраймы, атай!
- Ярар, борсолма! - ти атаһы.
Атаһы, әлбиттә, 200 дуҫына шылтырата. Әммә былай ти, йәнәһе, улының ҙур проблемаһы бар, ярҙамға мохтаж. Шундай шундай көндә, шул урында, шундай коттеджда көтә һеҙҙе.
Улы ҡайтып төшөү менән туй мәжлесенә һыпырта.
Килһә, ни бары 15 кеше йыйылған.
- Атай, һуң мин вис дуҫтарымды саҡыр тигәйнем бит!!! - ти, ялбарып.
Атаһы:
- Улым, күпте күргән атаңа ышан, булған дуҫтарың, бына, саҡырыуыңа килгәндәр. Тегеләре тураһында онот! - ти.

***

Әрмелә һалдаттарҙың казармаһына майор килеп инә лә:
- Рядовой Хәсссәнов! - тип ҡысҡыра.
- Мин таварищ майор! - ти Хәсәнов.
- Һин, нисек итеп әйтергә икән?.. Һин үлемдән һуңғы тормошҡа ышанаһыңмы?
- Юҡ, таварищ майор!
- Йәл, бииик йәл. Ана, КПП-ла үткән аҙнала ерләргә тип ҡайтып килгән өләсәйең көтөп тора һине.

 

Автор:
Читайте нас: