***
Магазинда хаҡтарҙы ҡарап йөрөнөм. Балаларға Ҡыш бабай үлде, тип нисек әйтергә икән?
***
Үткән Яңы йылда оливьенан баш тартҡайным. Быйыл мандарин ашамаҫҡа булдым. 1 ғинуар иртәһендә миңә ни өсөн шулай насар икәнен асыҡларға кәрәк бит.
***
1 ғинуарҙа Вәли ата-әсәһенә:
-Миңә Ҡыш Бабай шунда шәп бүләкләр алып килде! Ә бына һеҙ бер нәмә лә бүләк итмәнегеҙ, – тип үпкә белдерҙе.
***
Беренсе ғинуарҙан алып унынсы ғинуарға ҡәҙәр иң ауыр һорау:
“Бөгөн аҙнаның ҡайһы көнө ул?”
***
-Яңы йылға мин үҙемдең ҡатынға гәүһәр алҡалар бүләк иттем, ә ул миңә – одеколон ғына.
-Ә һин дә шундай алҡалар теләгән инеңме?
Фото: "Диләфрүз" гәзите.