+28 °С
Болотло
Көләмәстәр
27 Декабрь 2024, 10:00

Көлгәнгә – көлкө

– Ҡатыным менән һәр ваҡыт бер үк нәмәне яратабыҙ.– Мәҫәлән?– Мин балыҡҡа йөрөргә яратам, ул да балыҡҡа китеүемә гел ҡыуанып ҡала.

Көлгәнгә – көлкөКөлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

***

– Күрше, ҡана, балтаңды биреп тор әле!
– Ниңә?
– Утын ярырға!
– Имәнме, ҡайынмы?
– Ҡаҡ имән.
– Ах,шайтан. Балтаны ҡусты алып киткәйне бит әле. Биреп торор инем дә, булмай шул.
– Ай-һай, ҡарунһың да инде, күрше. Ҡыҙғанып бирмәйһеңдер әле. Былай булғас,үҙемдең яңы балта менән ярырға тура килә инде!

***

– Ҡәҙерлем, Яңы йылға нәмә бүләк итәйем?
– Әлләсе.
– Ярай, улай булғас, уйларға тағы бер йыл һиңә!
***
– Яңы йылға ҡатынға бүләкте шыршы төбөнә һалып киттем.
– Бүләгеңде оҡшаттымы һуң?
– Тапманы әле. Беҙҙең эргәләге урманда шыршылар күп үҫә бит.

Автор:
Читайте нас