***
– Күрше, ҡана, балтаңды биреп тор әле!
– Ниңә?
– Утын ярырға!
– Имәнме, ҡайынмы?
– Ҡаҡ имән.
– Ах,шайтан. Балтаны ҡусты алып киткәйне бит әле. Биреп торор инем дә, булмай шул.
– Ай-һай, ҡарунһың да инде, күрше. Ҡыҙғанып бирмәйһеңдер әле. Былай булғас,үҙемдең яңы балта менән ярырға тура килә инде!
***
– Ҡәҙерлем, Яңы йылға нәмә бүләк итәйем?
– Әлләсе.
– Ярай, улай булғас, уйларға тағы бер йыл һиңә!
***
– Яңы йылға ҡатынға бүләкте шыршы төбөнә һалып киттем.
– Бүләгеңде оҡшаттымы һуң?
– Тапманы әле. Беҙҙең эргәләге урманда шыршылар күп үҫә бит.