***
- Һеҙ ни өсөн һуңғы эш урынығыҙҙан киттегеҙ?
- Компания күсеп китте.
- Ҡайҙа?
- Уныһын миңә әйтмәнеләр?
***
Вәли каратэ дәрестәренең тәүгеһенә генә барҙы. Шуға күрә хулигандар ҡаршыһында баш эйергә генә өйрәнде.
***
Иван-Царевич баҡаны әп иттереп үпте тә... тегенеһе йәш, сибәр егеткә әүерелде... “Ата баҡа булған” тип уйлап ҡуйҙы Иван-Царевич.
***
Үәт, исмаһам, минең күршем! 20 минут буйы ирен һүкте, әрләне. Әммә бер генә һүҙҙе лә ике тапҡыр ҡабатламаны. Бына ниндәй була ул тел уҡытыусыһы!
***
Мин эшләйем, Һин эшләйһең, Ул эшләй, Беҙ эшләйбеҙ, Һеҙ эшләйһегеҙ, Улар премия ала...
***
Ял көндө ҡатын менән обой ҡарарға барҙыҡ. Ул көндө ЗАГС эшләгән булһа, айырылышҡан булыр инек.
***
Йыртыҡ джинсы кеүек, йыртыҡ футболка, йыртыҡ баш кейеме, тишек нәскиҙәр ҡайсан модаға инә инде???
***
Бер ханым маршруткаға инә лә шоферҙан һорай:
- Был дуңғыҙ һарайында барыу нисә һум тора?
- Һәр дуңғыҙ башынан 45 һум, апаһы.
Фото: in.pinterest.com