***
– Әсәй, – ти улы, – һәр баланың да атаһы булырға тейеш, тигән һүҙ дөрөҫмө?– Әлбиттә.– Улай булғас, беҙҙең ғаиләлә ни өсөн биш бала, ә атай берәү генә?
***
Ысын мөхәббәт – ир-аттың машинала алғы пассажир ултырғысында ултырып барғанда: „Мейеһеҙ тауыҡ! Ҡайҙа бараһың!” – тип ҡысҡыраһы урында, тыныс ҡына: „Һандуғасым минең! Руль артында ултыраһың икән, бер аҙ иғтибарлыраҡ бул!” – тип әйтеүе.
***
Дауаханала ятҡан бер ир сибәр генә шәфҡәт туташына күҙ ҡыҫа һәм: – Һеҙ хеҙмәтләндергән палатанан китмәҫ өсөн гел ауырыр ҙа ауырыр инем, – ти.– Шулай булыуы ла ихтимал, – ти ҡыҙ, – сөнки кисә һеҙҙең мине үбергә маташҡанығыҙҙы һөйгәнем күреп ҡалған. Ә ул – һеҙҙе дауалаусы табип.
***
Бер ҡатын кибеттә хушбуй һайлай. Эргәһенә һатыусы килеп:– Ярҙам кәрәкмәйме? – ти.– Кәрәк, – ти ханым, – иремдең иғтибарын йәлеп итерлек хушбуй алғым килә.– Уға ниндәй еҫ оҡшай һуң?– Компьютер еҫе килгән хушбуй юҡмы?
* * *
– Ирек, йөрөгән ҡыҙың менән ниңә ташлаштығыҙ?
– Ул үҙенә нисә йәш булыуын самалап әйтеүемде һораны.
– Бәй, шунан?
– Тура килтерҙем шул…
Бер мәжлестә бай күршеһе Хужаны ҡыҙыҡ итмәксе була. Кеше алдында оялтып, үҙенән әллә ҡасан алып, әлегә тиклем түләй алмаған бурысын түләттерергә уйлап:
– Хужа, хет үҙең беләһеңме, – ти ул, – башҡаларға күпме бурысың барлығын?
Хужа хәйләкәр генә йылмая ла:
– Минең белеү нимәгә кәрәк, бурысҡа биргән кеше үҙе беләлер әле, – ти.
* * *
Бер ир – икенсеһенә:
– Ҡатыным ҡыҙыҡлы диетаға ултырҙы, киске сәғәт алтынан һуң ашамай.
– Нисек түҙә һуң?
– Киске сәғәт етегә ҡәҙәр…
* * *
– Алло! Был фотомоделдәр агентлығымы?
– Эйе.
– Мин эш эҙләйем. Шуға күрә белешкем килә, моделдәргә күпме түләйһегеҙ?
– Бик яҡшы түләйбеҙ, унар мең доллар. Ләкин эшкә үлсәмдәре 90-60-90 булғандарҙы ғына алабыҙ.
– Был эш нәҡ минең өсөн бит – буйым да, йәшем дә, ауырлығым да тап килә!
* * *
Ҡатын-ҡыҙҙың ауыҙын яптырыу өсөн ҡайһы саҡта аҡса янсығыңды асыу ҙа етә.
* * *
Бер ханым әхирәтенә:
– Бөгөн төндә ирем, мин нимә теләйем, шуны эшләргә вәғәҙә бирҙе. Тиҙерәк төн етеүен түҙемһеҙләнеп көтәм. Ҡунаҡ бүлмәһенә нисек итеп обой йәбештергәнен ҡарап торғом килә, – ти.
* * *
Боросло «Аленка» кәнфите балағыҙҙың һүгенәме, юҡмы икәнен белергә ярҙам итәсәк.