Кисә ҡатының бер майор менән етәкләшеп китеп бара ине.
– Булмаҫ, булмаҫ! Минең бисә званиеларҙы айыра белмәй.
***
– Күрше, биш йыл эсмәй йөрөнөң түгелме? Кисә ләх иҫерек инең, ахыры?
– Бажаның юбилейына барғайныҡ шул, бүләкте бик мул тотторҙоҡ. Хаҡы бер аҙ ҡайтмаҫмы тип тырышҡайным.
***
Кейәү кеше буласаҡ ҡайныһының йортон таба алмай йөрөй икән.
– Ҡайһы тирәлә ине һуң?
– Тәү килгәндә ҡапҡа төбөндә ала һыйыр ята ине.
***
Туйҙа ҡунаҡ күршеһенән һорай:
– Һеҙ кем яғынан булаһығыҙ?
– Кейәү яғынан.
– Һиңәлер һеҙҙе танымайым.
– Мин кейәүҙең элекке туйынан тороп ҡалған ҡунаҡ бит!
***
– Мағаз, тағы ла эсеп ҡайттыңмы, бүтән ауыҙыма ла алмайым, тип ант иттең түгелме? – тип ороша ҡатыны ирен.
– Һуң, аҙым һайын, Мағаз, ин, Мағаз, ин, тип саҡырып торғас, ҡайһылайтаһың! – тип аҡлана уныһы.