Йыраҡтағы төпкөл ауылға бейеү ансабле килеп төшә һәм халыҡҡа « Ламбада» бейеп күрһәтә. Һуңынан ансамбль етәксеһе тамашасыларҙан тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һорай. Алға рәттә ултырған бер бабай: - 40 йыл ҡатын менән йәшәп был бейеүҙең «Ламбада» тип тип аталыуын белмәй йөрөгәнмен…
***
Ресторан хужаһы унда килеүселәргә ғорурланып:
- Беҙҙең ресторандың үҙенсәлеге – ундағы гөбөргәйелдәр.
Ҡунаҡ:
-Беҙ беләбеҙ. Кисә беҙҙе берәүһе хеҙмәтләндерҙе.
***
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы тәртип боҙоусыны туҡтата. Руль артында ултырған ҡатындан «право»һын һорай.
– Һуңға ҡалдың, үҫкәнем, – ти ҡатын яғымлы йылмайып. – Уны кисә һинең коллегаң алып өлгөрҙө инде.
***
Ире ҡатынынан: – Был аш боҙолмағанмы? – Аша, аша, барыбер иртәгә ял көнө
***
Йоҡларға ятҡас, ҡатыны иренә һырпалана.
– Ҡәҙерлем, мин һиңә әкиәттән килдем…
– Ҡайһыһынан?
– Матур әкиәттән.
– Ҡыуып сығарҙылармы әллә?
***
– Һин ит ашайһыңмы?
– Юҡ.
– Ә балыҡ?
– Юҡ.
– Әллә һин вегетарианмы?
– Юҡ, бюджетник.
***
Ике ҡарға һөйләшеп, реактив самолеттың нисек осҡанын тикшереп ултыралар.
– Нисек шулай шәп осалыр инде…
– Ҡойроғоңа ут төртһәләр, һин дә шулай осор инең…
***
Ҡатыны командировкаға китә. Бер көндән ире тегегә телефондан смс яҙа: «Ҡалаҡ-сәнскеләр ҡайҙа?»
Яуап: « Өйҙә ҡунырға кәрәк». Икенсе көндә лә шундай һорау һәм яуап. Бер аҙна үтә. Ниһайәт, ҡатыны командировканан ҡайта.
Ире:
- Әҙәмсә генә яуап биреп булмай инеме? Ҡайҙа беҙҙең ҡалаҡ-сәнскеләр?
- Мин һиңә әйттем бит. Өйҙә ҡунырға кәрәк, - ти ҙә карауаттың япмаһын аса. Унда ҡалаҡ-сәнскеләр тулып ята.