+30 °С
Болотло
Көләмәстәр
26 Февраль 2025, 09:00

КӨЛӘМӘСТӘР, ЛАҠАПТАР...

Тоҡсай тарихыБер ауылдан Тимерхан менән Миңлехан Сибай ҡалаһына эшкә барған.Үҙҙәре менән, тоҡсайға һалып, бер таба икмәге алғандар. Бер урыҫтарға туҡтап, өйгә ингәндәр. Урыҫ өйҙә булмаған. Ҡатыны башҡорт икән. ”Беҙ эшкә килдек, ошо тоҡсайҙы элеп китәйек, эштән ҡайтҡас, ашап алырбыҙ”, – тип, тоҡсайҙарын мөйөштәге сөйгә элеп киткәндәр.

КӨЛӘМӘСТӘР, ЛАҠАПТАР...КӨЛӘМӘСТӘР, ЛАҠАПТАР...
КӨЛӘМӘСТӘР, ЛАҠАПТАР...

Тимерхан менән Миңлехан, эштән арып-талып, баяғы өйгә ҡайтып инһәләр, ҙур һаҡаллы, ҡыҙыл йөҙлө, айыу кеүек бер урыҫ өҫтәл артында таба икмәге ашап ултыра, ти. Ә ҡатыны ҡайҙалыр сығып киткән булған. Мөйөштө ҡараһалар, тоҡсай юҡ. Нимә тип һорарға русса белмәй­ҙәр бит инде. Етмәһә, урыҫ та бик ҡурҡыныс. Шунан Тимерхан Миңлеханға:
– Һин ”ски”,”мски” тип ҡушып, бер аҙ һупалайһың түгелме? Һора әле, – тигән. Миңлехан:
– Вот ошо мөйөшкә тоҡсайҙы ҡуйғанский, килһәм – юғыски, – ти икән. Урыҫ, аптырап, ашанып тик ултыра. Миңлехан тағы ҡабатлай:
– Вот ошо мөйөшкә тоҡсайҙы ҡуйғански – килһәм, юғыски.
Шул ваҡыт урыҫтың ҡатыны килеп ингән. Был икәү тоҡсайҙарын һорай.
– Куда дел их мешок? – тип, ҡатын бабайын әрләй башлаған. Ә урыҫ:
– На, туксаиски! – тип, буш тоҡсайҙы ҡатынына ташлап ебәргән.

“ Эт”тең “сабакы” булмағаны

Был хәл 1930−1935 йылдарҙа булған. Йолалы руднигының локомобиленә яҡындағы урмандан утын ташығандар. Бер ваҡыт ике егет − башҡорт һәм урыҫ ике ылауға утын тейәп, ҡайтырға сыҡҡан. Бара торғас, бер тау үренә килеп еткәндәр. Башҡорт егетенең аты тау үренә йөктө һөйрәй алмай икән. Шуға аптырап, урыҫтан ярҙам һораған. Тегене еңенән тартып:
– Ты немного сабакы, – ти икән. Урыҫ, йәне көйөп:
– Ты сам собака! – ти. Шунан башҡорт:
– Айда, ты немного сабакы! – тип, арбаның артынан этеп күрһәтә икән. Урыҫ тегенең нимә әйтергә теләгәнен бер аҙ аңлаған һәм улар, арбаны этә-этә, тауға менеп еткәнсе, икәүләп “сабакы” ла “сабакы” тип ҡабатлап барған.

“Башкир, башкир, на, калач!”

Башҡорттар элек-электән урыҫтар менан аралашып йәшәгән, һатыу иткән. Манһыр ауылы башҡорттары бик оҫта һунарсы ине. Бүре, төлкө, ҡуян, шәшке, бүтән кейек тиреләрен тиреләй, йә булмаһа, уларҙан тундар тегеп, Орскиға, Ырымбурға алып барып һатҡандар. Ә урыҫтар беҙҙең яҡтарға иген алып килеп һатҡан, башҡа әйбергә алмаш­тыр­ған. Аттары өсөн үҙҙәре менән бесән тейәп алып йөрөгәндәр.
Бер ваҡыт Ырымбур юлында ике ылау, урыҫ һәм башҡорт ылауы, осраша. Ҡышҡы ҡарлы юлдар тар ғына. Нисек үтергә? Ҡар бик тәрән. Ҡыҙыу холоҡло, мыҡты кәүҙәле, кәрәк саҡта атты бер үҙе тотоп һуйған Ғәлиәхмәт сананан санаға һикереп, аттарҙы этә-төртөп алға бара. Шул саҡ ҡаршы яҡ ылауҙың иң артҡы санаһындағы Петр ҡарт, эш хөртәйеп китер тип, тоғонан ҡалас сығара ла: “Башкир, башкир, на, калач!” – тип әйтеп һала. Әлбиттә, юлаусылар ҡалас күргәс тыныслана һәм дуҫтарса ғына юл бирешә.

“Мин уларға нимәгә кәрәк?”

Фәйзулла (элекке Шүрәле) ауылында беҙҙең олатайҙар ағас­тан бик матур һауыт-һаба (туҫтаҡ, табаҡ, алдыр, ҡалаҡ, ҡашыҡ, ижау, көбө, күнәк) эшләгән. Шул һауыттарын тейәп, йыш ҡына Верхнеуральскиға алып барып һатҡандар. Һатыусылар ошо ҡалалағы Прасковья исемле “ызнакумка”ларына йортҡа тө­шөп, йоҡлап йөрөгән. Баш­ҡорт­тарҙың урамдан үткәнен күреп, урыҫтар:
– Где они ночуют? – тип һораша ла һораша икән. Прасковья:
– У нас, у нас они, чай пьют, – тип ҡысҡыра. Юлдан арып килгән башҡорттар йоҡларға ята. Урыҫтар һаман килә лә килә, быларҙы һораша ла һораша икән. Һауыт-һабалары бөтмәҫ борон алып ҡалайыҡ, тиҙәрҙер инде. Юнысов Унас ҡарт ҡына йоҡлай алмай.
“Ниңә улар: “Унас, Унас!” − тип, мине һөйләй? Әллә ҡайҙан исемемде белгәндәр”, – тип уйланып ятҡан да, ипләп кенә тороп, атын егеп, ҡайтыу яғына тайған.

“Картошку привезем”

Ғаиләм менән Магнитогорск ҡалаһы магазиндарын ҡыҙырып, ҡайтырға сыҡтыҡ. Ҡояш байыны, эңер төшөп бара. Ҡала ситендә машина һүнде лә ҡуйҙы. Соҡоноп-соҡоноп, бер ни ҙә булдыра алманым. Минең ыҙа сиккәнемде күргән кешеләр:
– Иң ситке йорттағы Николайға әйтеп ҡара, – тине. Ул килеп:
– Катушка янған бит! – тине. Үҙенән катушка килтереп ҡуйғайны, машина гөрләп эшләп тә китте. Аҡса бирһәм дә, алманы.
– Катушку привезешь, – тине.
Машина тауышына минең ҡатын “картошку привезешь” тип ишеткән дә:
– Картошки у нас много, привезем, привезем, – тип һалды. Урыҫ танышым менән миңә көлөргә генә ҡалды. Шулай ҙа, бер аҙна үткәс, катушка, картуф, ит күстәнәстәре алып барҙым. Николай менән дуҫлығыбыҙ бына шулай башланды. Ос­раш­ҡан һайын:
– Катушка – картошка, – тип, көлөшөп алабыҙ.

“Языка нет”

Әбейҙәр, еләк һатып, Тирлән магазинында тауар ала. Берәүһе:
– Почем тауар? – тип һорай икән. Һатыусы Мария :
– 25 рублей, – тип яуап ҡайтара. Әбей, урыҫса аңламай:
– У меня языка сәпсим нет, ыруками ыскажи, – тигән.

https://ye102.ru/articles/2013-07-12/k-l-m-st-r-la-aptar-m-bashynan-tk-n-y-y-h-ld-r-529223

Автор:
Читайте нас