+28 °С
Болотло
Көләмәстәр
19 Март 2025, 04:30

Йылмайып-көлөп кенә

-Әбекәй, мин һеҙҙе тулыһынса тикшерҙем. Тик һеҙҙең анализдарығыҙ ҙа, барыһы ла бик яҡшы бит.-Уй, врач балаҡайым, ауырыйым мин, ауырыйым...-Ҡайһы ерегеҙ ауырта һуң?-Ҡуҙғалып киткән автобусты йүгереп баҫтырып еткәнсе тыным тарыға.

Йылмайып-көлөп кенәЙылмайып-көлөп кенә
Йылмайып-көлөп кенә

-Ҡәҙерлем, тоҙ сәселһә талашҡа, тиҙәр. Ә мин тоҙ һауытын төшөрөп ебәрҙем.
-Һөйөклөм, ҡайғырма, бәлки, бер ни ҙә булмаҫ?
-Юҡ инде, мин талашырға әҙерләнеп бөттөм!!!

***

Полицияға яҙылған аңлатманан: “Ҡатыным үҙенең кейемдәрен ярлы, ас йәшәгән ғаиләләргә бирергә теләүен әйтте. Мин уның кейемдәре тура килгән кешеләрҙең ас йәшәүе мөмкин түгел, тип әйттем. Шунан башланды ла инде беҙҙең талаш”.

***
Хыялыңда ғына йөрөткән берҙән-бер мөхәббәтеңде табыуы ауыр түгел. Тик уны һуңынан ҡатыныңдан йәшереүе генә бик ҡыйын.

***

-Ҡәҙерлем, хәтерләйһеңме һин балыҡҡа барғайның?
-Эйе, ә нимә?
-Балығың шылтыратты. Ыуылдырығым бар, ти.

Автор:
Читайте нас