***
Бер шофер машинала йөрөү таныҡлығын алдырғас, эш таба алмай икән. Ниһайәт, зоопаркта эш табыла. Унда бүреләре сирләгән, шул булып йөрөргә кәрәк икән. Быға тәҡдим итәләр. Бүре булып йөрөй торғас, эшкә өйрәнеп тә китә. Үҙен бик иркен тота башлай. Бер көндө ял итеп ятҡанда, бының янына арыҫлан килеп сыға. “Бүре”, ҡурҡыуынан, ҡуш аяҡлап саба башлай. Арыҫлан: “Ҡурҡма, мин дә һинең кеүек шофер инем! Праваны ҡулға алыу менән бынан ысҡынам!"
***
Хужа Насретдин баҙарға барған да, бауыр һатып алған. Һатыусы уға, нисек бешерергә кәрәклеген өйрәтеп, яҙыу биргән.
Ҡайтышлай ял итергә туҡтағанда бауырҙы бер ҡарға алып осҡан. Хужа шарҡылдап көлгән дә, ҡарғаға ҡысҡырған:
- Һин уны барыбер ашай алмайһың, яҙыуы минең кеҫәмдә бит!
***
Юл сатында торған ир янына бер ҡатын килеп:
- Бала табыу йортона нисек барырға мөмкин? – тип һорай.
- Бының бары берҙән-бер юлы бар: ир-егет менән йоҡларға кәрәк.