+28 °С
Болотло
Көләмәстәр
25 Март 2025, 11:00

Көлгәнгә – көлкө

– Ирҙәргә рәхәт: баланы ҡатын таба, ағас үҙе үҫә, йортто әрмән менән үзбәк төҙөй. * * *

Көлгәнгә – көлкөКөлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

– Егет менән танышыр инем, тиһеңме? Ә элек йөрөгәнең менән таш­лашмағанһың бит әле?
– Бәй, кейем алырға ла яланғас йөрөмәйҙәр бит – иҫкеһен кейеп баралар!
***
– Хәҙер принц хаҡында хыялланмайым, стоматолог менән танышырға ине!
***
– Ирем һәр саҡ мине дәртләндереп тора!
– Бәхетең бар һинең...
– Теләһә нәмә эшлә, тик миңә бәйләнмә, ти!
***
– Ҡыҙҙар, беләһегеҙме, йәш, һылыу, бай, шаян, йомарт егетте табыу өсөн бишәү менән осрашырға кәрәк: берәр яҡшы сифат һәр кемдә бар ул!
***
Йәштәр егет кешенең йортонда диванда ҡосаҡ­лашып ултыра.
– Иҫемдә ҡалырлыҡ матур һүҙҙәр әйт әле, һөйөклөм, – тип үтенә ҡыҙ.
Егет уфтанып ҡуя:
– Ошо диванда олатайым үлгәйне.
***
Генетиктар Рәсәйҙә күҙә­телгән ғәжәйеп күренешкә аңлатма эҙләй: миллиар­дер­ҙар, ғәҙәттә, депу­таттарҙың һәм чиновниктарҙың балалары булып сыға.
***

– Атай, коррупция нәмә ул?
– Әйҙә, әсәйеңдең кеҫәһенән 500 һум сәлдер ҙә, мин магазинға барып килермен.
– Әсәйем, араҡыға аҡса бөтөрмәйек, ти бит.
– Ә мин тороп ҡалған аҡсаға һиңә тәмле шоколад алырмын.
– Һәйбәт идея бит!
***
Ике уҡыусы һөйләшә:
– Кисә күп итеп балыҡ ашаным да аҙағынан һөт эстем.
– Улай ярамай бит!
– Ярай! Атайым – депутат, миңә бер нәмә лә булмай!
***
– Гражданин, һеҙ нишләп банкыны таларға булдығыҙ?
– Ул беренсе башланы бит!
***
– Ураҙа тамам­ланғансы 10 килограмға ябығырға уйлағайным.
– Килеп сығамы һуң?
– Тағы 15 кило ғына ҡалды!

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас