+30 °С
Болотло
Көләмәстәр
26 Март 2025, 06:15

Йылмайып-көлөп кенә

Ишеккә шылтыраталар, фатир хужаһы аса. Бер ҡатын тора:– Кисә күлдә һеҙ баланы ҡотҡарҙығыҙмы?– Эйе.– Ә башлығы ҡайҙа? ***

Йылмайып-көлөп кенәЙылмайып-көлөп кенә
Йылмайып-көлөп кенә

Һин балыҡҡа оҙаҡҡа бараһыңмы?
– Юҡ, ике генә ярты алдым.
***
– Әллә һин мине ҡурҡытаһың инде?
– Юҡсы.
– Улайһа, ниңә дерелдәйем һуң?
***
– Оҙон ғүмерле булыуығыҙҙың сере нимәлә?
– Йыназаға аҡсам юҡ.
***
Һауынсы Сәмсениса бригадир янына йүгерә:
– Миндеш абзы-ы-й, тиҙерәк ки-и-л! Анау фермерҙың һыйырҙары тағы беҙҙең баҫыуға төшкән, кәбеҫтәне ашайҙар!
– Шаулама, Сәмсениса, сәбәләнмә... Бар, бисәләргә әйт, күнәктәре менән сыҡһындар. Шым ғына барырға ла һауырға, һауырға, һауырға!

***
Бабай ау һалған, алтын балыҡ эләккән. Алтын балыҡ һорай ти:
– Әбейең тереме?
– Тере.
– Улай булғас, ҡур мине.
***
– Алё, полициямы?
– Эйе, ни булды?
– Ике ҡыҙ минең өсөн һуғыша!
– Һуғышһа һуң?
– Йәмһеҙе еңеп бара!!!

***
– Күрше, стенаны көн-төн быраулауҙан ҡасан туҡтайһың?
– Мин кәштә ҡуям.
– Һигеҙ йыл буйынамы?
– Быныһы икенсеһе.
***
Һәр кемдең үҙ проблемаһы: кемдеңдер ашы шыйыҡ, кемдеңдер ынйыһы ваҡ.
***
– Ҡара фломастер бир әле. Аяҡ бармаҡтары менән үксәне буярға кәрәк.
– Ниңә?
– Ҡунаҡҡа барам – нәски тишек.
***
Бөгөн төндә йоҡлай алманым, тәҙрә аҫтында йырлағандары өсөн түгел, ә йырҙы белгәнгә – ҡушылып йырлап тик яттым.
***
– Кем беренсе?
– Мин.
– Минең арттан булырһың!
***
– Тәк, тағы ла бер аҙым. Маладис! Әсәһе, тиҙерәк камераны килтер, улыбыҙ сығарылыш кисәһенән ҡайтты!
***
Ир-егеттәр иламай, тиҙәр... Ә мин, һеҙ уларҙы рәнйетә белмәйһегеҙ, тим.
***
– Индеецтар булып уйнайбыҙмы?
– Уйнайбыҙ!
– Улайһа, тиҙ генә утлы һыуға барып кил!

 

Автор:
Читайте нас