+28 °С
Болотло
Көләмәстәр
27 Март 2025, 11:15

Йылмайып һәм көлөп

Бер ир машинаһын урамда ҡалдыра, ә тәҙрәһенең эске яғына яҙыу йәбештереп ҡуя: “Бензины юҡ, моторы эшләмәй, радиатор аға, аккумулятор ултырған, бардачок буш”. Икенсе көндө иртән сыҡһа, машинаның “ аяҡтарын” һалдырып, яҙыу ҡалдырып киткәндәр: “Шулай булғас, ни бысағыма һиңә тәгәрмәстәр”. *** - Ҡәҙерлем, мине тағы ла бер үпһәң, ғүмерлеккә һинеке булырмын. - Аһ, иҫкәртеүең өсөн рәхмәт!..

Йылмайып һәм көлөпЙылмайып һәм көлөп
Йылмайып һәм көлөп

Хеҙмәткәр начальнигы янына керә лә, һүҙ башлай.

- Мин һеҙҙә ун йыл эшләйем инде, тик быға тиклем бер тапҡыр ҙа эш хаҡымды арттырыу тураһында һорағаным юҡ ине...

- Шуға күрә ун йыл эшләнегеҙ ҙә! – тип яуаплай хужа.

***

Имтихан билеттарын таратып бөткәндән һуң уҡытыусы:

- Әҙерлек өсөн һеҙгә күпме ваҡыт кәрәк булыр?

- 30 минут.

- Яҡшы, 40 минуттан һуң көтмәгәндә килеп инермен.

***

- Һин кем менән һаулыҡ һораштың ул?

- Икенсе иремдең беренсе ҡатынының өсөнсө ире менән.

***

- Биш мең биреп тор әле.

- Миндә өс кенә мең бар.

- Улай ҙа ярай. Тағы ла ике меңен тейешле булырһың.

***

-Ирҙәр аҡыллыраҡмы, әллә ҡатын-ҡыҙҙармы? – Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙар, ниндәй ҡатын-ҡыҙҙың аяҡтары матур булғанға ҡарап, ир һайлағанын күргәнегеҙ бар.

***

- Операцияны еңел кисерҙегеҙ, ә бына уның алдынан үҙегеҙҙе бик әшәке тоттоғоҙ бит: ҡысҡырҙығыҙ, тороп китергә теләнегеҙ.

- Шулай булмай ни! Мине бит дауаханаға тәҙрә йыуырға ҡына ебәргәйнеләр.

 

 

 

Автор:
Читайте нас