+28 °С
Болотло
Көләмәстәр
4 Апрель 2025, 10:30

Йылмайып алайыҡ әле!

“Титаник”тың һуңғы миҙгелдәре. Карап һыу төбөнә китеп бара. Палубала ҡысҡырыш, паника. Шул ваҡыт ишкәкле бәләкәй генә кәмәлә бер әбей пәйҙә була: – Сәй, кофе, ҡайнар самса! Сәй, кофе, ҡайнар самса! *** Студентҡа ауылдан ата-әсәһе килгән. Бүлмәһенең ишеген шаҡыйҙар. – Кем бар? – Азамат ошонда йәшәйме? – Эйе. Һеҙ уны ишек төбөнә һалып китегеҙ. Хәҙер, кейенгәс  сығып алырмын.        

Йылмайып алайыҡ әле!Йылмайып алайыҡ әле!
Йылмайып алайыҡ әле!

***

Улы атаһы янына эшкә килгәс, күрше бүлмәнән:

– Тағы 150 грамм өҫтә лә, етеп торор, – тигән һүҙҙәр ишетә.

– Атай, араҡы эсәләрме әллә?

– Юҡ, улым, унда гномдар штанга күтәрә.

***

– Һеҙгә баш мейеһе күсереп ултыртырға кәрәк. Ирҙәрҙеке – 1000 доллар, ә ҡатын-ҡыҙҙыҡы 10 000 долар тора.

– Ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы ҡиммәт?

–  Сөнки бер ҙә ҡулланылмаған.

***

– Һин ирең менән айырылышаһыңмы ни?

– Эйе, ул миңә хыянат итә бит.

– Балаларың хаҡында уйла.

– Әйтмә лә инде, балаларҙың ул оятһыҙҙыҡы икәненә лә шикләнә башланым.

***

Урманда бригадир эшселәре менән һөйләшеп ултыра, ти. Һүҙ-ара һүҙ сығып, бригадир кинәт кенә эшселәренән һыу анаһының урыҫсаға тәржемәһе нисек була икән, тип һораған. Бер оло ағай тәжрибәле ҡиәфәт менән:

– Водомать була торғандыр! – тигән.

***

– Доктор, зинһар, ярҙам итегеҙ?!

– Нимә булды?

– Бында төртәм – ауырта... тегеңә төртһәм – ауырта, өсөнсө ергә төртһәм йәнә ауырта.

– Ҡайҙа әле ҡайҙа... Һуң нишләп тәүҙә үк бармағым һынды, тип әйтмәйһегеҙ һуң?

***

Мулла теге донъяла йәһәннәмгә эләккән. Ғүмере буйы эсеп, ауыҙынан һүгенеү һүҙе өҙөлмәгән, шофер булып эшләгән күршеһенең йәннәткә эләгеүен ишеткәс, асыуы сығып әрләшә башлаған. Был дөрөҫ түгел, имеш.

– Һин Ҡөрьән уҡығанда барыһы ла йоҡлап китә ине, хәтерләйһеңме? Ә Наил автобус йөрөткәндә, “Хоҙайым, үҙең һаҡла!” тигән һүҙҙәр халыҡ теленән төшмәне, тигән Аллаһы Тәғәлә.

 

Автор:
Читайте нас