

* * *
Дуҫ ҡыҙым танышыу сайттарында ир табып булмай тигәйне. Мин уның ирен шунда уҡ табып алдымсы.
* * *
– Артымдан йөрөгәндә сәскәләр, бүләктәр бирә инең. Мин һиңә кейәүгә сығыу менән иғтибарың кәмене, – ти ҡатыны иренә.
– Ҡәҙерлем, балыҡты тотҡандан һуң уға ем биргәндәрен ҡайҙа күргәнең бар?
* * *
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы боксерҙар араһында “Башҡа һуғыу уның эшсәнлегенә зыян килтерәме?” тигән темаға һорашыу үткәргәйне. 10 проценты “зыян һала” тип яуап бирҙе, ҡалғандар һорауҙы бөтөнләй аңламаған.
* * *
– Пенсияға сығыу менән икенсе китабымды тамамлаясаҡмын.
– Китап яҙаһыңмы?
– Юҡ, уҡыйым...
* * *
Һыу төбөнә китеп барған карап капитаны пассажирҙарға мөрәжәғәт итә:
– Кемегеҙ доға ҡыла белә?
– Мин беләм, – ти бер пассажир.
– Бик шәп, юғиһә, бер ҡотҡарыу жилеты етмәй ине.
* * *
–Ҡәҙерлем, һине мәктәпкә саҡыралар.
– Нимә булған тағын?
–Улыбыҙ тәҙрә ватҡан.
–Бөтәме инде юҡмы ул мәктәптең тәҙрәләре, ә!