+30 °С
Облачно
Көләмәстәр
23 Мая 2025, 12:30

Үәт, ҡыҙыҡ!

Бер малай магазинда әсәһен юғалтҡан. Илай-илай кешеләрҙән һорай икән:– Һеҙ бәләкәй малайын юғалтҡан, миңә бик ныҡ оҡшаған ҡатынды күрмәнегеҙме?***Таң менән ишек шаҡыйҙар. Хужабикә ишекте аса, тупһала – һөт һатыусы.– Бөгөн миңә бер нәмә лә кәрәкмәй, – ти хужабикә.– Һөт тә кәрәкмәйме?

Үәт, ҡыҙыҡ!Үәт, ҡыҙыҡ!
Үәт, ҡыҙыҡ!

***
Ике психиатр осраша. Береһе икенсеһенә:
– Миндә бер ҡыҙыҡ сирле бар, ул үҙен автомобиль тип иҫәпләй.
– Уны нисек дауалайһың?
– Бер нисек тә дауаламайым, уға ултырып, өйгә ҡайтып йөрөйөм.
***
– Һинең һөйләгәндәрҙе тыңлаһаң, намыҫлы кешеләр бөтөнләй юҡ.
– Нишләп, мин үҙем тураһында бер ни ҙә әйтмәнем әле.
***
Директор отпускыға китте, ә тотош коллектив ял итте.
***
Телефондан һөйләшеү.
– Ҡарале, минеңсә, беҙгә осрашырға, һөйләшергә кәрәк.
– Ярай мин сығыу менән осрашырбыҙ.
– Һин эштәме ни?
– Төрмәлә...
***
– Атай, минең оборона министры булғым килә.
– Ни өсөн министр?
– Өҫкө төймәләрҙе эләктермәҫ өсөн.

Автор:
Читайте нас