+28 °С
Болотло
Көләмәстәр
23 Май 2025, 05:35

Йылмайып-көлөп кенә

Төҙөлә башлаған йорт емерелә. Бөтәһе лә бер булып ғәйеплене эҙләй. Кирбестәр янына киләләр. – Бында һеҙ генә ғәйепле! – Юҡ! Ҡарағыҙ, беҙ ниндәй ныҡ! – тип улары күкрәктәренә һуға башлай. Ҡом янына киләләр. – Йорт һеҙҙең арҡала ғына ҡойолоп төштө, һеҙ генә ғәйепле! – Һис кенә лә! Мә, тотоп ҡарағыҙ, ниндәй сифатлыбыҙ! Тикшереүселәр цемент янына киләләр. – Әһә! Бына кем арҡаһында йорт ҡойолоп төшкән! Ғәйеп һиндә, цемент! – Ниңә мин булайым, ти. Минең унда бер ниндәй ҡыҫылышым юҡ! Ғөмүмән, мин унда бөтөнләй булманым.

Йылмайып-көлөп кенәЙылмайып-көлөп кенә
Йылмайып-көлөп кенә

***

Ирҙәр таң атҡансы кәрт уйнайҙар. Хужабикә түҙмәй, бүлмәһенән сығып, иренә ҡысҡыра:

– Ҡасан да булһа бөтәме беҙҙең өйҙә был уйындар?

– Бөттө бит инде,– тип тынысландыра уны ире. – Хәҙер был өй беҙҙеке түгел.

Автор:
Читайте нас