+28 °С
Болотло
Көләмәстәр
2 Июнь 2025, 08:10

Йылмайып алайыҡ әле!

– Ҡарап- ҡарап торам да , һеҙ көн һайын ресторанда, лейтенант, –тип төрттөрә полковник. – Бына минең ундай урындарға йөрөргә бөтөнләй аҡсам етмәй. – Аҡсағыҙҙы ҡайҙа ҡуяһығыҙ һуң? – Алып ҡайтып ҡатынға бирәм. Ә инде ул миңә күпме бирә –барыһы ла минеке. – Эх, ҡатын- ҡыҙҙың яйын белмәйһегеҙ һеҙ, полковник. Арттан килеп, йомшаҡ ҡына итеп иңдәренән ҡосоп алаһығыҙ ҙа, муйынынан үбәһегеҙ һәм һорайһығыҙ. Аҡса һеҙҙеке буласаҡ. Полковник өйөнә ҡайтҡас, лейтенант өйрәткәнсә эшләй. Арттан килеп ҡосаҡлап ала ла, ҡатынын наҙлап ҡына муйынынан үбә. – Нимә, лейтенант, тағы аҡсаң бөттөмө?

Йылмайып алайыҡ әле!Йылмайып алайыҡ әле!
Йылмайып алайыҡ әле!

Бер әхирәт икенсеһенә:
– Минең ирем ғүмер буйы бер ҡулында ғына күтәреп йөрөргә вәғәҙә бирҙе.
– Һүҙендә торамы һуң?
– Юҡ.
– Ни эшләп?
– Сөнки мин уның елкәһенә менеп ултырҙым.

Автор:
Читайте нас