

***
Ике күрше һөйләшә:
– Ҡәйнәмә тыуған көнөнә кер йыуыу, киптереү әйберҙәре бүләк иттем әле.
– Ай-һай, бигерәк бай икәнһең.
– Юҡ, ни бары илле һум түләнем.
– Ниндәй арзан техника һуң ул?
– Ҡырҡ һумлыҡ тас менән ун тәңкәлек кер бауы.
***
– Нимә генә тимә, хеҙмәт еңел түгел, – тип һөйләй армиянан ҡайтҡан һалдат дуҫтарына, – тәүлектең 25 сәғәте буйына йүгерәһең.
– Тәүлектә бит 24 сәғәт кенә, – ти, бер дуҫы.
– Ул “гражданка” ла шулай, ә бына армияла бер сәғәткә иртәрәк уяталар.
***
Олигарх ҡыҙы егетен атаһы менән таныштырырға өйөнә алып ҡайта. Атаһы буласаҡ кейәүенән һораша.
– Фатирың бармы?
–Алла бирһә булыр.
– Автомобилең бармы?
– Алла бирһә булыр?
Егет ҡайтып киткәс ҡыҙы, атаһынан:
– Атай, ул һиңә оҡшанымы?
– Ыштанһыҙ бер егет инде. Әммә уның мине нисек атауы оҡшаны!