+28 °С
Болотло
Көләмәстәр
2 Июль 2025, 06:53

Көлгәнгә – көлкө

— Ҡыҙым тыуҙы! – тип дуҫы менән шатлығы менән уртаҡлаша йәш ир.— Ҡотлайым! Ҡатының ни хәлдә һуң?— Белһә – үлтерә инде мине! * * *

Көлгәнгә – көлкөКөлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

— Әсәй, бәпес ниңә илай? – тип һорай биш йәшлек Айрат.
— Берәй ере ауырталыр инде.
— Ауыртмай. Ул яңы бит әле!
***
— Әхирәт, хәтер бөтөнләй юҡ, ҡартаям, ахыры?
— Нәмә булды?
— Ирҙең телефонын тикшерергә онотам да ҡуям!
Етмәһә, фатирҙа эҫе һыу ҙа юҡ... Кисә сәсте йыуырға тип кәстрүл менән һыу йылытырға ҡуйғайным — түгергә тура килде. Ғәҙәт буйынса бер аш ҡалағы тоҙ һалғанмын!
***
Вагон-ресторанда берәү официантҡа асыулана:
— Кәтлитте күпме көтөргә мөмкин?!
— Илле саҡрым да үтмәҫбеҙ – килтерермен!
***
Сысҡан бесәйҙән ҡасып бер тишеккә инеп китә. Ә бесәй ҡапыл эт булып өрә башлай. Аптыраған сысҡан башын сығарып ҡарауы була, бесәй уны эләктереп тә ала.
– Сит телдәр белеүҙең файҙаһы ҙур шул! – тип ҡуя ул һуңынан, ирендәрен ялап.
***
– Улың БДИ имтихандарында әҙ балл йыйғанына ҡайғыра инең, уҡырға керә алдымы һуң?
– Керҙе университетҡа. Кәрәкле кешеһенә йүкә балы алып барғас, балл тигәнең арта икән!

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас