+28 °С
Болотло
Көләмәстәр
3 Июль 2025, 05:55

Йылмайып алайыҡ әле!

– Һаумыһығыҙ, был “айныҡ водитель” операцияһы.– Айныҡтарҙы туҡтатығыҙ! Минең ни ҡыҫылышым бар?***– Сәғәтенә 120 километр?!– Мин утыҙҙан арттырманым.– Бәлки, бер урында торҙом тип тә әйтерһегеҙ?– Тап шулай, туҡтап тора инем!– Яҡшы, штраф түләгеҙ – бында туҡтау тыйылған.

Йылмайып алайыҡ әле!Йылмайып алайыҡ әле!
Йылмайып алайыҡ әле!

Бер ир ун йыл япон машинаһында йөрөгәс, Европаныҡын алған. Ике айҙан ҡатыны айырылышырға судҡа биргән. Сәбәп: ир машинаны алыштырыуын-алыштырған, ә уң тәҙрәгә төкөрөү ғәҙәтен ташламаған.
***
Гаишник һәм һауынсы. Һөнәрҙәр төрлө, ә принциптары бер үк.
***
Егет менән ҡыҙ спорт автомобилендә елдерә. Ҡыҙ:
– Шәп барма, мин ҡурҡам.
Егет:
– Ә һин, минең кеүек, күҙеңде йом.
***
Миңә гаишниктар фото ебәрҙе, һәйбәт килеп сыҡҡан. Тик улар төшөргән фото бигерәк ҡиммәт шул.
***
Автоинспектор автомобилде туҡтата.
– Аптечкаң бармы?
– Юҡ, эргәмдә шәфҡәт туташы ултыра.
***
Иҫерек рулдә китеп бара. Уны иҫерек полицейский туҡтата.
– Ни өсөн машинаны ике кеше йөрөтә?
– Ә һеҙ ниңә минең машинаны уратып алдығыҙ?

Р. ШАҺИНУРОВ.

Автор:
Читайте нас