+30 °С
Болотло
Көләмәстәр
11 Июль 2025, 05:00

Көләмәстәр

Иртән ир ҡатынынан һорай:– Төн уртаһында иҫереп, күҙем күгәреп ҡайтып ингәс, нимә уйланың?Ҡатыны:– Бер нәмә лә уйламаным. Ҡайтып кергәнеңдә күгең юҡ ине бит әле.***“Һыҙғырма – аҡсаң булмаҫ!” тигән халыҡ аҡылы гаишниктар тарафынан уңышлы кире ҡағыла.***

КөләмәстәрКөләмәстәр
Көләмәстәр

Ҡалабыҙҙа минераль һыу заводы асылды. Бөлгөнлөккә төштө.
Вегетариандар өсөн магазин асылды. Бөлгөнлөккә төштө.
Китап магазины асылды. Бөлгөнлөккә төштө.
Уның ҡарауы, 25 йыл буйы көмөшкә менән һатыу итеүсе Мөслимә әбей ейәненә өс бүлмәле фатир һатып алып бирҙе.
***
– Ниңә минең ҡултыҡ таяҡтарымды тартып алдығыҙ?
– Доктор ҡушты, берәйһен имгәтеп ҡуймаһын тине.
– Ә үҙе ҡайҙа?
– Дауалаған өсөн күпме аҡса түләргә тейешлегегеҙҙе әйтергә килә хәҙер.
***
Мин тәмәке тартмаусыларға һалым һалырға тәҡдим итәм. Тәмәке тартыусылар тәмәке һатып алып ҡаҙнаны тулыландыра. Тәмәке тартыусылар тәмәке тартмаусыларҙан иртәрәк аяҡ һуҙып, Пенсия фондының аҡсаһын экономиялай. Ә тәмәке тартмаусыларҙың бер файҙаһы ла юҡ.

***

– Һинең өсөн спорт ни ул: һөнәрме әллә мауығыумы?
– Минең өсөн ул – телевизорҙағы канал.
***
– Буйҙаҡ өйләнгән ирҙән нимәһе менән айырыла?
– Буйҙаҡты бөтә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ымһындыра, ә өйләнгәнде, берәүҙән тыш, барыһы ла.
***
– Кәзәгә ете йәш тулғас, артабан ни була?
– Һигеҙенсе йәшкә китә.
***
– Ғаилә “шампаны” ни ул?
– Ир араҡы эскәндә ҡатындың бызырлауы.
***
– Йәшен менән электр араһында ниндәй айырма бар?
– Йәшен өсөн түләргә кәрәкмәй.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас