+30 °С
Болотло
Көләмәстәр
11 Июль 2025, 05:05

Йылмайып-көлөп кенә

– Ни эшләп баҡсаңа ҡарасҡы ҡуймайһың?– Нимәгә ул, мин үҙем дә көнө буйы өйҙә бит.***– Ауырыуҙарҙың ҡайһы ағзаһы докторҙар яҙып биргән дарыуҙарҙан нығыраҡ яфалана?– Янсығы.***– Таралып ятҡан әйберҙәрҙе күргәс тә, өйөгөҙгә ҡараҡ төшкәнен белмәнеңме ни?– Юҡ, тәүҙә мин ирем таҙа күлдәк эҙләгәндер, тип уйланым.***

Йылмайып-көлөп кенәЙылмайып-көлөп кенә
Йылмайып-көлөп кенә

– Әйтегеҙ әле, был ике кеҫә телефоны нимәһе менән айырыла?
– Был ике кеҫә телефоны шуның менән айырыла: береһе – плеер, икенсеһе – фотоаппарат.
***
– Таныштарың араһында намыҫлы, һәйбәт бухгалтер юҡмы?
– Бар, тик уның ике йыл ултыраһы бар.

***

Интернеттағы иғлан: “ЮХХДИ шәхси автомобилдәр хужаларына юлға сыҡмаҫҡа, йәмәғәт транспортын файҙаланырға тәҡдим итә”.
Аңлатма: “Һынап ҡараным. Маршрутка шоферы һуғыша, һүгенә, рулде бирмәй”.
***
Гаишник шоферҙы туҡтата, барыһын да тикшерә – бәйләнерлек түгел. Һуңғы өмөт менән багажникты асырға ҡуша. Уныһына әллә күпме ҡап тултырғандар.
– Нимә былар?
– Балаларға ашарға алдым.
– Һы, ә минекеләр ас ултырырға тейешме?
***
Бала саҡта иҫерек булып ҡылана торғайным, хәҙер айныҡ булып ҡыланырға тура килә.
***
Ҡатын:
– Аңламайым, нисек был ҡәҙәр эсергә булалыр?
Ир:
– Үҙең аңламаған эштәргә ҡыҫылма!

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас