+17 °С
Облачно
Көләмәстәр
16 Июля 2025, 19:45

Йылмайып-көлөп кенә

Йәш драматург тәнҡитсенән һорай:– Ағай, әйтегеҙ әле, яңы пьесама берәй яңылыҡ индерергә кәрәкмәйме?– Кәрәк. Минеңсә, төп геройың аҫылынырға түгел, ә атылырға тейеш.– Ни өсөн?– Атыу тауышына тамашасылар уянһын өсөн.***

Йылмайып-көлөп кенәЙылмайып-көлөп кенә
Йылмайып-көлөп кенә

– Эште бик һәйбәт башҡараһығыҙ, һеҙгә өҫтәргә кәрәк булыр…
– Эш хаҡынмы?
– Юҡ, эш күләмен.
– Һуң, күләмде арттырғас, эштең сифаты түбәнәйә бит.
– Улайһа, премиянан мәхрүм итәбеҙ.
***
Йәмғиәт беҙҙә өс өлөшкә бүленә: берәүҙәр ришүәт ала, икенселәре бирә, ә ҡалғандарының ни бирер аҡсаһы юҡ, ни үҙҙәренә бер кем бирмәй.
***
Бик тиҙҙән магазиндарҙа тәбиғи аҙыҡ-түлектән тоҙ ғына тороп ҡалыр, моғайын.
***
– Улым, балиғ булдың инде, бына һиңә военкоматтан повестка, ауыҙыңдан имеҙлегеңде сығар!
***
Әрме – һәр кемдең ирекле эше: теләһәң – бараһың, теләмәһәң – алып китәләр.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас