+28 °С
Облачно
Көләмәстәр
30 Июля 2025, 10:20

Марат КӘРИМОВ көлдөрә

***— Улың үҫкәндер инде?— Үҫеүен үҫте лә, тик телһеҙ ҡалды.— Нисек улай? Сирләнеме әллә?— Юҡ, өйләнде. Хәҙер ҡатынына ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтә алмай. *** — Ниңә ике йыл буйы алимент түләмәйһең?— Ҡатын үҙе ғәйепле. Эҙләп таба алмай бит.

Марат КӘРИМОВ көлдөрәМарат КӘРИМОВ көлдөрә
Марат КӘРИМОВ көлдөрә

— Бик теремек ейәнең бар ине. Нисек әле ул?
— Зарланырлыҡ түгел. Пенсия ашап ята.
— Нисек инде улай? Пенсия йәшендәме? Минең уйымса, уның донъя емертеп эшләп йөрөр сағы.
— Уныһы шулай ҙа ул. Тик бер ҡайҙан да йүнле эш таба алмай. Хәҙер минең пенсия уға китеп тора.
***
Айныҡ кеше осрашҡанда:
— Хәйерле иртә! — тип иҫәнләшә.
Иҫеректең иҫәнләшеүе башҡаса:
— Хәмерле иртә!
***
Бер бала ауыҙынан:
— Өләсәйем шундай матур ине — йыуан ине.
***
— Күрше, һинең телевизорың эшләй, буғай. Ә минеке боҙолдо. Шуға хәҙер нисек йәшәгәнебеҙҙе белә алмайым.
— Юҡҡа борсолаһың. Элеккесә матур йәшәйбеҙ.
***
Бер мөхәррир маҡтана:
— Беҙҙең редакцияла көслө журналистар эшләй.
— Һәйбәт яҙалармы?
— Яҙғандарын әллә ни маҡтарлыҡ түгел, ә бына 50–60 килограмлы герҙәрҙе “эһ” тә итмәй күтәрәләр.
***
Шундай замандар булды бит — ҡул сапмаһаң, башыңды сабалар ине.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас