– Беләһеңме, табип миңә организмың сәғәт кеүек эшләй, тине, – тип маҡтана икән пенсионер ҡорҙашы алдында.
– Ул, моғайын, ҡом сәғәтен күҙ уңында тотҡандыр.
***
– Доктор, һеҙгә шылтыраталар шикелле.
– Нисек инде “шикелле”?
– Мин телефонды алғайным, ә унда: “Был һинме, ҡарт төлкө?!” тиҙәр.
***
Доктор менән ауырыу һөйләшә:
– Тартыу хәүефле икәнен беләһеңме?
– Эйе.
– Ә эсеүҙең сәләмәтлек өсөн зыянын?
– Эйе.
– Шулай булғас, ниңә туҡтамай эсәһең һәм тартаһың һуң?
– Сәләмәт килеш үлеүе йәл бит!