***
Төн. Кухня. Һыуытҡыстан аҙыҡ- түлек тейәп, сысҡан килеп сыға һәм аяғы менән кибеп бөткән бәләкәй генә сыр ҡуйылған ҡапҡанды ситкә тибеп:
– Уф, аптырайым, хужалар бала- саға кеүек был тиклем дә бер ҡатлы булыр икән?!
***
Ике дуҫ һөйләшә.
- Машинаңды бәрҙергәнһең икән…
- Эйе. Аҡса килтерә торған бетеү бүләк иткәйнеләр. Уны машинамдың алға тәҙрәһенә элеп ҡуйҙым. Икесе көндө автомобилем өҫтөнә инкассаторҙар машинаһы килеп менде…
***
Яңы ғына машина йөрөтөүгә таныҡлыҡ алған ҡыҙы, әсәһен ултыртып, өйҙәренә алып ҡайтҡас, әсәй кеше машинанан сыға ла:
- Ҙур рәхмәт һиңә, - ти.
- Ярай, - ти ҡыҙы, шатланып.
- Һиңә түгел, Аллаһы Тәғәләгә әйттем…