* * *
Сираттағы светофорҙа ҡыҙыл ут янғас, «Мерседес» туҡтарға ла өлгөрмәй, артына бер машина килеп бәрелә. Машинаһынан төшкән «Мерседес» хужаһы үҙ күҙенә ышанмай ҡатып ҡала. Уға килеп бәрелеүсе лә «Мерседес» була.
– Нисек былай килеп сыҡты һуң әле, артымдан «Ока» килә ине түгелме?..
– Тауыш-тын сығарма, – ти икенсе «Мерседес» хужаһы, – ул беҙҙең арала ҡалды…
* * *
Һыуытҡыс һатып алған чукчанан:
– Һиңә һыуытҡыс нимәгә? – тип һорайҙар икән.
– Ҡыш көнө йылыныу өсөн, – тигән чукча, – сөнки 40 градуслы һалҡында һыуытҡыста дүрт кенә градус була бит.
* * *
Ресторанда бер иргә һорау бирәләр:
– Һеҙгә ит бәлешен алты өлөшкә бүлергәме, әллә ун икегәме?
– Алтыһы ла етер, ун икеһен үк ашап бөтөрә алмам, ахыры.
* * *
– Сибәркәй, әйҙә, киттек, ресторанда һыйлайым.
– Минең егетем бар, ысҡын бынан.
– Һинең егетең бармы? Ә минең фатирым, машинам, дачам һәм бик күп аҡсам бар! Матурым, һин ниңә илайһың?
– Мин әле генә егетемде ташланым.
* * *
Дауаханала ике таныш һөйләшә:
– Һин бында нимә эшләйһең?
– Балаларҙы алып килдем.
– Нимә булды, әллә ауырып киттеләрме?
– Шахматта отоусы оттороусының башына сиртергә тейеш ине. Һөҙөмтәһе бына: береһенең бармағы һынды, икенсеһенең баш мейеһе һелкенде.