***
- Күрше, әллә ауырып киттең инде? Иртән табип сығып килгәнен күргән инем...
- Бәй, күрше урамда тороусы полковник, ҡатыны төнгө дежурҙа саҡта, һинән генә тура эшкә китә лә. Мин бит һуғыш башланған тип уйламайым...
Ире ҡатынына:
– Ҡарасы, һөйөклөм, бөгөн ни тиклем балыҡ тоттом!
– Алдашма. Күрше Сәкинә һинең ит-балыҡ магазинына ингәнеңде күргән!.. Һөйләп китте инде миңә...
– Әәә, эйеее! Бер өлөшөн шул магазин хужаһына һатырға тура килде хатта!
***
- Ҡатының, күрше бисә менән үбешеп торғаныңды күргәс, нимә тип әйтте?
- Бер ни ҙә әйтеп торманы... Ә алдағы ике тешемде мин былай ҙа һурҙырырмын тип йөрөй инем.
Улы әсәһенә:
– Әгәр атайымдың күрше Әлфиә апайға нимәләр әйткәнен белгең килһә, планшетҡа алты мең һум бир.
– Мә, улым. Шунан, атайың нимә тине, теге күрше апайға?
– Нуу, атай күрше апайға: "Һаумыһығыҙ, Әлфиә Сабировна!" - тине.