***
Ҡаралырға килгән бер ханымға табип:
– Пианинола уйнауығыҙҙы ташлаһағыҙ ғына терелә алаһығыҙ, – ти.
– Уның ауырыуы менән уйын ҡоралы араһында ниндәй бәйләнеш бар? – тип аптырап һорай унан шәфҡәт туташы, пациент сығып киткәс.
– Бар шул, – ти табип. – Сөнки был ханым минең өҫтәге фатирҙа йәшәй...
***
– Бик елле кер йыуыу машинаһы һатып алдым әле. Үҙе йыуа, үҙе һыға. Ә иң мөһиме – бер ниндәй ҙә тауыш юҡ!
– Ә минеке үҙе кейемдәремде һалдырып ала, һыуын, порошогын һала, йыуа, һыға, киптерә, үтекләй, әммә тауышына сыҙарлыҡ түгел, малай!
– Сит илдекелер әле.
– Санияны әйтәһеңме? Ниндәй сит илдеке булһын, күрше ауыл ҡыҙы!