Математика дәресендә уҡыусы ҡулы менән бер ҡолағын ҡаплап ултыра икән. Быны күреп, янында ултырған иптәше уға:
- Ниңәй ҡолағыңды ҡаплайһың? - ти кән.
- Уҡытыусы апай һөйләгәндәр ҡолағымдан сығып китмәһен өсөн,- тип яуап биргән малай.
***
Ике рядовой полиция хеҙмәткәре адрес буйынса барғандар ҙа, аҙ-маҙ хәлде асыҡлағас начальниктарына шылтыраталар, ти.
- Нимә булған унда һеҙҙең?! - тип екерә начальник.
- Үлтерергә маташыу. Ир, 38 йәштә, әле генә йыуылған иҙәнгә баҫҡаны өсөн бисәһе алты тапҡыр таба менән башына һуҡҡан... Ашығыс ярҙам хеҙмәте ирҙе дауаханаға алып китте әле генә...
- Бисәһен ҡулға алдығыҙмы?
- Юҡ әле, иҙән кипкәнен көтәбеҙ!
***
Ашханала насар бешерәләр тип студенттар деканға зарлана. Уныһы ашнаҡсыны саҡырып алған да, әгәр ул эшен яҡшыртмаһа, эшенән ҡолаҡ ҡағасағы тураһында иҫкәртә.
- Тыңлағыҙ әле, - ти ашнаҡсы, - йәш кешеләрҙең нимә һөйләүенә иғтибар итмәгеҙ. Мәҫәлән, ашханала улар һеҙҙең лекциялар хаҡында ла шулай уҡ һүҙҙәрҙе һөйләйҙәр.
***
- Йәнә “икеле” сәлдереп ҡайтҡанһың! Өйрәткәндәрен тыңламайһыңмы әллә, ни эшләп кенә ултыраһың ул дәрестә? – тип үртәлә Ғәлиҙең әсәһе.
- Тәнәфес булғанды көтөп ултырам, - ти малай, иҫе лә китмәй.
***
- Математиканан өйгә эшең өсөн тик “өслө” алғанһың! – тип туҙына атаһы.
– Телефонда ултырыуыңды, телевизор ҡарауыңды әсәйеңә әйтеп туҡтам!
- Атай, ул мәсьәләне һин сискәйнең. Әсәйгә әйтһәм, үҙең ғәйепле булаһың.