-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
14 Октябрь 2025, 11:55

Көләмәстәр

Метеорологтан һорайҙар. – Әйтегеҙ әле, һеҙ фаразлаған көн торошо гел дөрөҫкә сығамы? – Эйе. Тик датаһы ғына тура килмәй.***

Көләмәстәр
Көләмәстәр

– Өйләнешкәнсе минең ҡатыным яҡшы ине.

– Минекенә лә ЗАГС-та күҙ тейҙерҙеләр.

***

Баҙарҙа бер ҡатын һатыусыға өндәшә:

– Һатҡан атың ҡайҙа һуң ул?

– Ниндәй ат тураһында һөйләһең ул. Күрмәйһеңме ни, ҡуян һатам!

– Хаҡын күргәс, ат һатаһыңмы тип торам!

***

Кадрҙар бүлеге. Эшкә ҡабул итеү бара.

– Үҙегеҙ тураһында бер аҙ һөйләгеҙ әле?

– Һөйләү генә аҙ. Лутсы мин һеҙгә бейеп күрһәтәм.

 

Автор:
Читайте нас