Күршеләремде нығыраҡ белгән һайын, ҡойманы бейегерәк иткем килә.
***
Поезда өҫкө кәштәлә ир ята. Аяҡтарын һәлендергән – нәские бигерәк һаҫыҡ. Аҫҡы ҡаттағы ҡатын:
– Һеҙ нәскиегеҙҙе алыштыраһығыҙмы? – тип һорай.
– Алыштырам, тик араҡыға ғына.
***
– Ҡыйыу ир-егеттәр, һеҙ ҡайҙа? Тағы бер көнөм макияж менән булашып бушҡа үтте.
***
Тумыртҡа суҡышы менән ағас соҡой. Ағас ҡыуышынан өкө тумыртҡаға асыуланып ҡарай:
– Үҙеңде саҡ ҡына әҙәплерәк тотһаң булмаймы? Мин төнгө сменала эшләйем.
***
– Бесәй ҡатындан ни менән айырыла?
– Бесәй, һин ни тиклем һуңлап ҡайтһаң, шул ҡәҙәр нығыраҡ шатлана, ә ҡатын – киреһенсә.
***
Сама белмәй эскән кешеләрҙе күрә алмайым. Кисә дуҫтарым мине машинаға күтәреп алып барғанда өс тапҡыр төшөрөп ебәрҙе, эшкинмәгән алкаштар!