Бер ир балыҡтан ҡайтҡан да ҡатынына һөйләй:
– Вәт кеше һара-а-н, иҫең китер әй! Мужиктар менән һөйләштек бит инде, килештек: кем беренсе булып ҡаптыра, шунан мәгәрис, икенсе булып балыҡ эләктергәне ҡабымлыҡ ҡуя.
Шунан, нимә тип уйлайһың инде? Ғәбдүктең ҡалҡыуысы төпкә-ә-ә үк төшөп китте, ә ул күрмәгәнгә һалышып тик ултыра. Сәйҙүштең дә бер заман сиртә бит әй, аҫҡа тарта, ҡармаҡ һабы бөгөлөп-бөгөлөп китә. Тартып сығарырға уйламаны ла. Һаран өйөрлө!
– Ә һинеке сирттеме һуң? – ти ҡатыны.
– Алйоттор шул мин. Ҡармаҡты емләмәй генә ташланымсы.
***
Британ ғалимдары ҡатын-ҡыҙ менән балыҡты ҡушҡан. Килеп сыҡҡан йән эйәһе әлегә йөҙә белмәй, әммә һөйләшмәй ҙә ти.
***
Баҙарҙың балыҡ бүлегендә:
– Нишләптер бөгөн балыҡтарығыҙ шәп түгел кеүек, әллә аҡһылдар, әллә күкһелдәр...
– Бөгөн иртә торҙолар, буянып өлгөрмәнеләр.