Инә бесәйебеҙгә таныштарҙан ата бесәй алып ҡайттыҡ та эшкә киттек. Кис ҡайтһаҡ, өйҙә ниндәйҙер сәйер еҫ бар, ә аҡ алйырҙандарыбыҙҙың береһе юҡ.
– Моғайын, шешлек яһағандарҙыр, – тине ҡыҙыбыҙ.
***
Был ҡатындарҙы тыңлаһаң, бөтәһенең балаһы гений, бөтәһе лә иҫәүән ирҙәренән тыуған.
***
Башҡа ҡыҙҙар машинанан нисек матур итеп сыға белә икән ул? Мин үҙемде өңөнән сығып килгән айыуҙай тоям да ҡуям!
****
Нефть компанияһы директоры селектор аша баш бухгалтерҙы саҡырта.
– Бушағас, миңә инеп сығырһығыҙ әле.
– Ун йылдан да иртәрәк инеп булмаҫ.
– Быны нисек аңларға?
– Миндә һалым инспекцияһы ултыра.
***
Тыуған илгә яңғыҙың хыянат итеү – хыянат. Тыуған илгә фекерҙәштәр төркөмө менән хыянат итеү – бизнес.
***
Мин университеттың иҡтисад факультетында икенсе курста уҡыйым. Бөгөн лекцияла уҡытыусы, бер һумда нисә тин бар, һораны. Бер ҡыҙ, 60 тин, тине.
Иҡтисад өсөн борсолмаһағыҙ ҙа була, ул беҙҙең ныҡлы яҡлау аҫтында.
***
– Кисә һеҙҙә акция буйынса колбасаның килоһы 450 һум ине, ә бөгөн 520 икән. 450-гә тағы ла булырмы?
– Булыр, тип уйлайым, сөнки фабрикала брак йыш була.