Минең өсөн бөтә мәшәҡәттәрҙе ғаиләлә – ҡатын, эштә – начальник, илдә президент хәл итә. Ләкин Ерҙә барыһын да мин генә хәл итә торған бер урын бар! Ул – кроссворд...
***
– Атайым һөйләгәндә тыңламағаныма үкенәм.
– Ә ул һиңә ни һөйләне?
–Ҡайҙан беләйем,мин уны тыңламаным да баһа.
***
Капитан – һалдаттарға:
– Һеҙ Тыуған илегеҙҙе яратаһығыҙмы?
Һалдаттар берҙәм яуап бирә:
– Әлбиттә!
– Уның өсөн ғүмерегеҙҙе бирергә әҙерһегеҙме?
Сафтан тауыш:
– Уны кем яратыр һуң?
***
Фермала һыйыр көтөүе ҡайтҡанын ике кеше күҙәтеп тора.
– Ғәжәп, һәр һыйыр аҙбарҙа үҙ урынын белә.
– Уның нимәһенә аптырайһың? Һәр урынға һыйырҙың номеры яҙылған да баһа!
***
Ашханала.
– Һеҙҙә аштар бармы?
– Бар. Берәү.
– Ниндәй?
– Борсаҡ менән рассольник.
– Улар икеһе ике аш табаһа?
– Хәҙер берәү. Беҙгә кәстрүл кәрәк булды.