-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
10 Декабрь 2025, 15:05

Көлгәнгә – көлкө

– Доктор, операция ваҡытында үлеп ҡуй­һам?– Борсолмағыҙ, беҙҙе, кеше үлһә, әрләйҙәр бит.***– Һайлау менән футбол уйыны ара­һында ниндәй айырма бар?– Футболда уйындың нисек тамамланасағын белеп булмай. ***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

– Трамп Байдендан нәмәһе менән айырыла?
– Үлгән кешеләр менән һөйләшмәй, һауа менән күрешмәй, үҙенең кем булыуын һәм Аҡ йортта нишләп йөрөүен онотмай – хәтәр шәп президент!
***
– Фатирығыҙҙа сит кеше булыуын нисек аңланығыҙ?
– Беләһегеҙме, беҙҙең ғаиләлә арттан килеп ултырғыс менән башҡа тондороу ғәҙәте юҡ.
***
– Ҡартая башланым, ахырыһы.
– Нишләп?
– Кисә синыфташтар осрашыуында, был йәштә барыһы ла яңынан башлана, тип күп һөйләнеләр.
***
– Элек “Лада” автомашинаһының багын тултырыу өсөн мең һумлыҡ бензин етә ине, хәҙер ике мең дә етмәй. Машина багы ҙурайыуҙан ҡасан туҡтай икән?

Автор:
Читайте нас