-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
7 Ғинуар , 13:20

Көләмәстәр

Бер ир урам янынан соҡор ҡаҙып бара, икен­се­һе уның артынан күмеп килә. Үткенсе ғәжәпләнә:– Һеҙ нимә эшләйһегеҙ, иҫәрҙәр? Береһе ҡаҙый, икенсеһе күмә...– Мин икенсе түгел, ә өсөнсө. Икенсе эшкә сыҡ­маны, ул ағас улты­р­тырға тейеш ине.*** Ике курсташ осраша. Береһе икенсеһенә:– Үҙемдең ниндәй инженер икәнлегем ха­ҡында уйлау менән, док­торға барырға ҡурҡам.***– Олатайыма – еңеү, өләсәйемә – фатир, әсәйемә – диплом, атайыма – карьера, ҡайныма машина өсөн рәхмәт!– Күрәм-күрәм, һин ҡырҡ йәшеңдә ысын ир-егет булғанһың!*** Ашнаҡсылар йәнгә тейә, кухняла сысҡандар һәм ҡомаҡтар йүгерешә, тип мыжый. Яңы ашнаҡ­сылар ялламай булмаҫ.***

Көләмәстәр
Көләмәстәр

Һүҙ сит кешеләрҙең го­наһтары тураһында бар­һа, беҙ – судьялар. Үҙе­беҙ­ҙеке хаҡында барһа, беҙ – адвокаттар.
***
Беҙҙең заман балыҡсы­һы – йылға ярында ҡар­маҡ тотоп ултырыусы һәм котелокта диңгеҙ балы­ғынан һурпа бешереүсе кеше.
***

– Беләһеңме, беҙҙең һыуытҡыста кемдер йә­шәй шикелле.
– Ниңә улай тип уйлайһың?
– Сөнки ҡатыным көн дә кис унда ашарға алып бара.
***

Бер кеше балтаһы һыуға төшкәндәй эскәм­йәлә ултыра. Уның янына икенсеһе килеп һорай:
– Ниңә борсолаһың? Эш ниҙә?
– Ултыр, һөйләйем.
Ир ултыра.
– Эш шунда: эскәмйә буялған.
***
Ике әхирәт һөйләшә:
– Ванна бүлмәһендә ремонт башлай алмайбыҙ. Ниндәй генә плитка һай­лаһам да, ирем бары­һына ла риза.
***
Мин шул тиклем ҡарт, хатта билмәндәрҙең итле сағын хәтерләйем.
***
– Хәлдәр нисек?
– Һәйбәт.
– Ни эшләйһең?
– Алдайым.
***
Зоомагазинда.
– Һеҙҙә һөйләшеүсе тутыйғоштар бармы?
– Юҡ, Морзе әлифба­һын белгән тумыртҡалар ғына бар.
***
Картиналар төшөрөү – һөнәр, ә уларҙы һатыу – ысын сәнғәт ул.
***
Ирек атаһының магазинында беренсе көн эш­ләй. Кис көнө ҡатын иренән һорай:
– Улыбыҙҙың ҡулынан килерлекме?
– Ул сауҙагәр буласаҡ, тик әҙерәк өйрәтергә кәрәк.
– Әллә берәй нимәне дөрөҫ эшләмәйме?
– Ҡалған аҡсаны ҡай­тар­ғанда илай.
***
Бер ир бармаҡтарын бөгә-бөгә, ғинуар, февраль, апрель, тип hанап, ҡышҡылыҡҡа малдарына бесән етерлекме-юҡмы икәнен тикшерә. Быны ишетеп торған улы:
– Атай, hин бит мартты төшөрөп ҡалдырҙың, – ти.
Атаhы, бик ныҡ асыуланып, улының ҡолағынан эләктереп ала ла:
– Ҡыҫылмаhаң булмаймы ни? Бына хәҙер hинең арҡала малдарға ҡыш­ҡылыҡҡа бесән етмә­йәсәк, – ти.

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас