ОПТИМИСТ ҺӘМ ПЕССИМИСТ
Пессимист:
– Ой, бөтөнләй ҡыйын булып китте, хәлдәр насар... Бынан да насарыраҡ булмаҫ инде...
Оптимист (йылмайып):
– Булыр, булыр! Сабыр ит кенә!
***
ЗАМАНСА БАЙЫУ
Бер кеше икенсеһенән һорай:
– Нисек уйлайһың, нисек тиҙ генә аҡсалы булырға икән?
– Ике юлы бар: береһе – фантастик, икенсеһе – реаль.
– Фантастик юлы ниндәй?
– Үҙ көсөң менән эшләп табыу.
– Ә реаль юлы?
– Күктән алтын тулы ҡумта килеп төшөүен көтөү.
***
ЯҢЫЛЫҠТАР ТУРАҺЫНДА
Ир кеше диванда телефонда яңылыҡтар ҡарап ята ла, ауыр һулап ҡатынына әйтә:
– Тыңла әле, донъяла ниҙәр генә юҡ! Бөтә ерҙә хаҡтар арта, кризис, проблемалар...
Ҡатыны аш бүлмәһенән ҡысҡыра:
– Ә һин шул яңылыҡтарҙың аҫтына төшөп уҡы: «Өфөлә бер ир өйөнә ҡайтып, ҡатынына сәскә бүләк иткән һәм сәй ҡайнатырға булышҡанн», – тип яҙылған!
– Юҡсы...
– Бына күрәһеңме, иң мөһим яңылыҡтарҙы яҙмайҙар!
***
ЭШ ТУРАҺЫНДА
– Кисә начальнигым янына барып: «Әгәр эш хаҡын арттырмаһағыҙ, мин үҙемдең кире яҡтарымды күрһәтә башлайым», – тинем.
– Ул ни тине?
– «Күрһәт әле, күрһәт, әлегә тиклем һинең бер яғыңды ла күргән булманы», – тине.
Рөстәм НУРЫЕВ яҙып алды.
Артур ВАСИЛОВ һүрәте.