-2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
2 Март , 14:08

Көлгәнгә – көлкө

Нейроселтәргә һорау бирәләр: «Нисек итеп Рәсәйҙә коррупцияны бөтөрөргә?» Нейроселтәр бер минут уйлап тора ла яуап бирә: «Система хатаһы! Минең базала коррупция – ул программаның нигеҙе, уны бөтөрһәм, мин үҙем дә юҡҡа сығам!» ***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

– Ирең менән нисек йәшәйһегеҙ? – Бик яҡшы! Ул минең өсөн яһалма зиһен кеүек. – Нисек инде? – Үҙенең башы эшләмәй, тик мин әйткәнде генә эшләй!
***
– Күрше, ирең эсмәй, тартмай, өйҙә бөтә эште эшләй... Нисек шундай ир таптың? – Тапманым, тәрбиәләнем! Тәүге айҙа уҡ интернетҡа ике хәрефле пароль ҡуйҙым да: «Паролдең беренсе хәрефен – иҙән йыуғас, икенсеһен – һауыт-һаба йыуғас әйтермен», – тинем!

Б. Рәхимйәнов йыйҙы.

Ике балыҡсы ҡармаҡтарынан күҙҙәрен дә алмай ултыра.
– Балыҡсы өсөн түҙемле булыу – иң кәрәкле сифат, – тип ҡуя береһе.
Икенсеһе уфтанып ҡуя ла телгә килә:
– Күпме түҙергә була, сығар ҙа ҡуй килтергән һыйыңды!
***
Ғаилә тарҡалһа, бер кешене генә ғәйепләргә ярамай. Икеһе лә ғәйепле – ҡатыны ла... ҡәйнәһе лә!
***
– Алло, сәләм! Һөйләшә алаһыңмы?
– Эйе, өс йәштән!
***
Беҙ мәктәптә уҡыған саҡта бер генә репетитор бар ине – ҡайыш!

Автор:
Читайте нас