Ресторанда.
– Һеҙ долларҙар ҡабул итәһегеҙме?
– Эйе.
– Кредит карточкалары ла ҡабул итәһегеҙме?
– Итәбеҙ.
– Ә шешәләр?
***
Кешенең өс әйберҙе ғүмер баҡый ялыҡмай күҙәтеүе билдәле: ут нисек яна, һыу нисек аға, башҡа кеше нисек эшләй? Күҙәтеү өсөн иң һәйбәт вариант – янғын.
***
– Доктор, миңә ябығырға дарыу кәрәк.
– Яҡшы, мин һиңә күмер яҙам.
– Порошоктамы әллә таблеткаларҙамы?
– Тоҡтарҙа. Вагондар бушатасаҡһың.
***
Компьютер ремонтлау хеҙмәтендә телефон шылтырай. Ҡатын-ҡыҙ тауышы (бышылдап):
– Әллеү, был компьютерҙар ремонтлау хеҙмәтеме?
– Эйе.
– Минең компьютерым ватылды.
– Ә ни өсөн бышылдап һөйләйһегеҙ?
– Ирем ишетеп ҡалһа, үлтерәсәк!
***
– Официант, берәй төрлө Африка десерты килтерегеҙ әле.
– Һыу яраймы?
***
– Ҡәҙерлем, класташың өй туйына саҡырҙы, ни бүләк итербеҙ икән? Бәлки, саңһурҙырғыс?..
– Һөйөклөм, бер ултырыуҙа ғына беҙ ул тиклем эсә, ашай алмаясаҡбыҙ. Әйҙә, үтек бүләк итәбеҙ.
***
– Афарин, улым, илауҙан туҡтаның!
– Туҡтаманым, мин ял ғына итәм.
***
– Һин йондоҙҙарға ҡарап юҫыҡлана беләһеңме?
– Юҡ.
– Еңел генә ул, өйрәтәм. Ҡайҙа йондоҙҙар – шунда күк.
***
Ҡыҙ әхирәтенә зарлана: “Егетем менән уртаҡ тел таба алмайбыҙ”. Әхирәте: “Ниңә уны эҙләп мәшәҡәтләнергә? Уныҡы – үҙенеке, һинеке – үҙеңдеке”.
***
Малай опера йырсыһының сығышын ҡарағас, әсәһенә былай ти:
– Балалар баҡсаһында ошолайтып ҡысҡырһаҡ, беҙҙе әрләйҙәр.
***
Төндә балконда тәмәке тартып торам. Аҫта: “Мыяу-мыяу”, – тигән тауыш ишетелде. Яуап бирҙем:
– Мыяу-мыяу!
– Мыяу.
– Мыяу.
– Етте һиңә, тәмәжник, мин бесәйемде эҙләйем.
***
Әсә менән ул өйгә ҡайта. Малайҙың ҡулында – ҙур бәйләм һауа шарҙары. Атай кеше ҡатынынан һорай:
– Һин уға ни өсөн шул тиклем күп шар алдың? Сығып барған аҡсаң бармы әллә?
Малай:
– Атай, миңә шарҙарҙы бушҡа бирҙеләр. Әсәй һатып алған һәр әйбер өсөн бер шар.