Хәким ауырып киткән дә табипҡа килгән:
— Табип әфәнде, минең башым ауырта...
— Хәким, ә һинең башың бармы ни?
— Барҙыр инде, кәпәсте ҡайҙа кейер инем һуң?
***
Вахтовик улынан һорай:
— Улым, мәктәптә эштәр нисек?
— Атай, мин инде мәктәпте үткән вахтаңда уҡ бөтөрҙөм, хәҙер армияға китеп барам!
***
Вахтовик ҡатыны әхирәтенә зарлана ти:
— Ирем вахтанан ҡайтһа, үҙемде йәш кәләш кеүек хис итәм...
— Нишләп, һаман шул тиклем ныҡ яратамы ни?
— Юҡсы, өйҙәге бөтә нәмәнең ҡайҙа ятҡанын күрһәтеп, аңлатып йөрөргә тура килә: «Бына ҡалаҡтар, бына сәйнүк, ә бынауһы — һинең улың...»