

– Хәйри, һин ниңә бөгөн эштә? Хаҡлы ялға сыҡҡайның бит инде! – Хәҙер бит беҙҙең пенсиялар – «стелс» технологияһы һымаҡ...– Уныһы тағы ниндәй технология? – Һауала самолёттар оса, ә радарҙа күренмәй. Шуның кеүек, пенсия бар, ә кеҫәгә һалғас – күренмәй ҙә ҡала!
***
Почтальон бер ҡартҡа пенсия килтерә.
– Олатай, һөйөнсө! Пенсияңды 30 һумға арттырҙылар!
– Балам, ул аҡсаны үҙеңә ҡалдыр, ярты литр бензин ҡойорһоң машинаңа, былай ҙа күп йөрөйһөң. Миңә ул 30 һумға бер икмәк тә бирмәйҙәр...
***
Пенсионерҙың эше – хобби ғына түгел, ә – тәҡдир ҡушыуы!
***
Элек «Мерседес»лы кеше бай иҫәпләнә ине, бөгөн – пенсияға сыҡҡас та коммуналь хеҙмәттәрҙе үҙе түләй алған кеше – бай.