+10 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Көләмәстәр
24 Апреля , 06:05

Көлгәнгә – көлкө

– Күрше ҡатындың ғаилә тормошо матур булды. Биш ире лә һәйбәт ине. ***Шәфҡәт туташы, палатаға инеп, ауырыуҙы уята:– Йоҡо дарыуы һорағайнығыҙ бит, бына, килтерҙем. *** Беҙҙең ғаиләлә иртән “зарядка” тигән һүҙ телефонға ғына таныш.***– Йәш саҡта бер сиған миңә, аҡсаң күп булыр, тигәйне.– Алдағанмы?– Ғүмер буйы аҡса һанайым – кассир мин.

Көлгәнгә – көлкөКөлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

***
Ғаилә тарҡала икән, бында икеһе лә ғәйепле – ҡатын да, ҡәйнә лә.

***

– Улым янсыҡтан йәнә аҡса сәлдергән, – ти хафаланған ир.
– Ниңә уны ғәйепләйһең, бәлки, мин алғанмындыр, – ти ҡатыны.
– Һин түгел, аҡса бер аҙ ҡалған бит!

***
Апрель – үҙенсәлекле ай. Ҡыҙынырға – иртә, ябығырға – һуң.
***
Почтаға эшкә урынлашырға йыйынам. Тик кадрҙар бүлегенә бик һуңлап барҙым.
– Үҙебеҙҙең кеше! – тип шунда уҡ эшкә алдылар.

***

– Бигерәк ябыҡһың! Нәмә ашайһың ул?
– Һин ашағанды инде. Тик ярты биҙрәгә әҙерәк!

 

Автор:
Читайте нас