

* * *
– Табипҡа барғайным, дауаханаға һалайыҡ, ҡан баҫымың юғары, йөрәгең бөткән, шәкәрең күтәрелә, аяҡтарың һыҙлай, эшләргә ярамай һиңә, ти.
– Ятаһыңмы?
– Эйе. Баҡсаға барып, сүп-сарҙы түгеп, ун сутый ерҙе ҡаҙып, йәшелсә-емеш ултыртып, өйгә, мунсаға ремонт эшләп кенә киләм дә.
* * *
– 1 майҙа нимә эшләнең?
– Ял иттем.
– Хеҙмәт байрамындамы?
– Аяҡтан йығылғансы эш... хеҙмәт менән ял иттем.
* * *
– Әсәй, быйыл диңгеҙгә барабыҙмы?
– Быйыл унда һинең репетиторҙарың барасаҡ!
* * *
– Ял итергә урын булһын тип баҡса һатып алғайныҡ.
– Ял итәһегеҙме һуң?
– Итәбеҙ. Баҡсаға бармаған саҡта.
* * *
Атаһы улының башынан һыйпай:
– Афарин, улым, күпме иларға була, бына, туҡтаның.
– Мин туҡтаманым, хәл йыям.