

***
– Олатай, олатай! – атайым өй алдындағы соҡорҙа машинаһының алғы уң яҡ тәгәрмәсен шартлатты!
– Атайыңа, әйт, видеоға төшөрөп, интернетҡа һалһын, шунда уҡ ямап китерҙәр. Юғиһә, кире ҡайтҡанында һул тәгәрмәсенән дә ҡолаҡ ҡағыр.
***
Район гәзите хәбәрсеһе фермерҙан интервью ала:
– Быйыл сәсеү кампанияһы нисек бара? Техника әҙерме?
– Техника – «космик» кимәлдә! – ти фермер.
– Нисек инде? Заманса тракторҙар алдығыҙмы әллә?
– Юҡ, – ти фермер ауыр һулап. – Тракторҙар иҫке, тик запчастарҙың хаҡы – космос кеүек бейек! Хәҙер тракторға яңы тәгәрмәс алғансы, ракета һатып алыуың арзаныраҡҡа төшә!
***
Бер түрә интервью бирә:
– Ҡаланы сүп-сарҙан тулыһынса таҙарттыҡ! – ти ул, ҡулындағы өр-яңы һеперткене өйрөлткөләп.
– Ә ни эшләп теге урамдағы ҙур сүплекте алманығыҙ? – тип һорай журналист.
– Уныһынмы?.. Уныһын... киләһе йылғы өмәгә «резерв» итеп ҡалдырҙыҡ. Бөтә сүпте быйыл йыйып бөтөрһәк, икенсе йылға эшселәргә эш ҡалмай. План үтәргә лә кәрәк бит!
***
Өмәгә берәүҙәр тырма, көрәк, ҡапсыҡ тотоп сыға, икенселәре – камера. Һуңғылары эште лә шундай уҡ тырышлыҡ һалып эшләһә, урамдарыбыҙ Швейцариялағы кеүек ялтырап ятыр ине.