

– Баш ҡалаһы Тәһран булған ил Иранмы әллә Иракмы?
– Төрлө кеше төрлөсә әйтә, буғай. Икеһен дә ишеткәнем бар.
***
–Эшләгән урының йортоңа яҡын ғына икән. Төшкө ашҡа ҡайтып йөрөйһөңмө?
– Юҡ. Эшкә көнөнә ике тапҡыр барыуы еңел тип уйлайһыңмы?
***
– Беҙ банкка теләһә кемде алмайбыҙ. Элек кем булып эшләнегеҙ?
– Һауынсы.
– Яҡшы. Һауа белгәс, ҡалғанына өйрәнерһегеҙ!
***
– Ҡатының аҡса тота беләме?
– Белә! Кисә нәскиҙәрҙе сәй пакетеның ебе менән ямай ине.
***
– Ҡәҙерлем, миңә сығыр алдынан дөрөҫөн генә әйт әле – нисә романың булды?
– Берәү генә. Ниңә аптырайһың, ул һирәк осрай торған исем бит.
***
– Кәүҙә ауырлығы нисә килограмм? – тип һорай табип ауырыуҙан.
– Алтмыш.
– Нисә килоға тиклем артҡанығыҙ бар?
– Етмешкә тиклем.
– Ә иң әҙе күпме?
– Теүәл өс килограмм булып тыуҙың, тигәйне әсәйем!