

Шулай тигәс, барыһы ла, ҡурҡып, сығып ҡасҡан. Бер профессор ғына ултырып ҡалған. Теге ир: «Һеҙ ишетмәнегеҙме ни? Был авиалайнерҙы һеҙ белем биргән талиптар төҙөнө. Хәҙер беренсе һынауҙы үҙегеҙ үткәрәһегеҙ, тигәс барыһы ла ҡурҡып сығып ҡасты, һеҙ генә ултырып ҡалдығыҙ», – тигән.
«Ишеттем. Мин үҙем белем биргән уҡыусыларға ышанам. Был самолёт нисек осоп китһен, ул әле ҡабынмаясаҡ та», – тигән профессор.